Мәктәп интернатында 23 февраль - Ватан һаҡсылары көнөнә арналған байрам үтте.
Февраль 21, 2024
Просмотров: 22
Мәктәп интернатында 23 февраль - Ватан һаҡсылары көнөнә арналған байрам үтте. Ир-егеттәр 2 командаға бүленеп, тапҡырлыҡта, оҫталыҡта ярышты, көс һынашты, белемдәрен күрһәтте. Байрамды ҡыҙҙар концерт номерҙары менән биҙәне. Балаларҙың һәләттәрен үҫтереү, уларҙа ҡыйыулыҡ тәрбиәләү йәһәтенән бындай саралар ифрат отошло. Үтә оялсан уҡыусылар асылып китә, кеше алдында сығыш яһарға өйрәнә. Иң мөһиме, бында һәр кем үҙенең башҡаларға кәрәк икәнлеген аңлай. Кәрәкмәгән комплекстарҙан арына. Ихлас күңелдән шаярып-көлөп, күңелһеҙ кисерештәрен онота, кәйеф торошо бермә-бер яҡшыра.
Сәләмәт мөхиттә сәләмәт балалар тәрбиәләнә.
Сәләмәт мөхиттә сәләмәт балалар тәрбиәләнә.