Бөгөн 22 февраль "Зарница - 2024" уйындарының иң тулҡынландырғыс көнө.✨
Февраль 22, 2024
Просмотров: 12
Бөгөн хәрби - патриотик һәм спорт уйындарының һөҙөмтәләре билдәләнде.
Ауыл мәҙәниәт йортонда уҡыусылар Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған патриотик йырҙар башҡарҙы, бейеүҙәр бейене, интермедиялар күрһәтте, күңелдәргә үтеп инерлек шиғырҙар һөйләнеләр. Өс команда ла концерт номерҙарын сағыу, үҙенсәлекле, бай йөкмәткеле итеп әҙерләгән ине. Улар ағайҙары, атайҙары һәм олатайҙарына байрам йәһәтенән күңелле ял ойошторҙо. Шулай итеп,
1-се урынды (716 мәрәй) йыйып 3-сө рота яуланы,
2-се урынды (698 мәрәй) 1-се рота һәм
3-сө урынды (686 мәрәй) 2-се рота уҡыусылары яуланылар. Зарница аҙналығында бар яҡтан әүҙемлек күрһәткән уҡыусыларға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Афарин уҡыусылар!
Еңеүсе булған 3-сө рота уҡыусыларына Сәкинә Ғәлиулла ҡыҙы Ғәлина үҙенең улдары Илфат һәм Ильяс Ғәлиндар менән "Урал" физкультура- һауыҡтырыу үҙәгенә, бассейнға барып ҡайтыу мөмкинселеген бүләк иттеләр. ️
Ҡотлайбыҙ III ротаны