Әбделмәмбәт мәктәбендә ҡыуаныслы ваҡиға

Февраль 28, 2024 Просмотров: 246
Тамырҙарын юллаған, тарихын белгән, үткәнен онотмаған халыҡ үлемһеҙ, тиҙәр. Бик мәғәнәле һәм хаҡ һүҙҙәр. Районыбыҙ ауылдарының һәр береһенең бай тарихы, данлы үткәне, йәшәйештәге хәҙерге тормошо бар. Күп ауылдар үҙҙәренең йөҙәр йыллыҡ тарихы, күренекле кешеләре, өлгөлө ғаиләләре менән ғорурлана ала, сөнки ауылдар тарихын унда йәшәгән һәм эшләгән уңған кешеләре яҙа.
Бөгөн Әбделмәмбәт урта дөйөм бҽлҽм бирҽү мәктәбендә ҡыуаныслы ваҡиға, Президент фонды грантына яңыртылған мәктәп музейы асылды. Музей асыу тантанаһына йыйылған ҡунаҡтарҙы Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Инсур Рәмил улы тәбрикләп үтте һәм ошо музейҙы асыуҙа ярҙам иткән барыһына ла оло рәхмәтен белдерҙе. Беҙҙең ҡыуанысыбыҙҙы уртаҡлашырға район мағариф бүлеге начальнигы Сәйфитдинов Илшат Ғаяз улы ла килде. Ул уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға артабан да тик уңыштар ғына теләне.
Артабан барыһын да музей урынлашҡан кабинетҡа саҡырҙылар. Музейҙа Әбделмәмбәт ауылы тарихы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булғандар тураһында мәғлүмәттәр менән стендтар һәм альбомдар урын алған.
Ауылдың оло быуын кешеләре, уҡытыусылар, уҡыусылар тарафынан йыйылған ҡомартҡылар ошонда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең тарихы, кәсеп-һөнәрҙәре, көнкүреше тураһында һөйләй.
Үҫеп килгән йәш быуынды рухи һәм мәҙәни яҡтан, илһөйәрлек тойғоһонда тәрбиәләүҙә музейҙың роле баһалап бөткөһөҙ булыр, тигән ышаныс та ҡалабыҙ.