"БАТЫР ДАНЫ - МӘҢГЕЛЕК"!

Февраль 28, 2024 Просмотров: 245
Бөгөн, Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбендә белем алған, Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашып батырҙарса һәләк булған егетебеҙ Ғәлин Илшат Әсхәт улы иҫтәлегенә булдырылған "Герой партаһы" н асыу сараһы үтте. Сара алдынан уҡыусыларға илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттарын тәрбиәләү маҡсатында батырлыҡ дәресе үткәрелде. Дәрестә Бөрйән районы ветерандар советы рәйесе Олег Марс улы, Бөрйән районының социаль координаторы Гөлзиә Нәҙир ҡыҙы, Ҡыпсаҡ ауылы хакимиәте башлығы Йәүҙәт Ғаяз улы, Илшаттың әсәһе Сәкинә Ғәлиулла ҡыҙы, класташы Рәвил Илдар улы, уҡытыусыһы Нәсимә Әхтәр ҡыҙы һәм 9-11 класс уҡыусылары ҡатнаштылар.
Геройҙың бала-сағын, мәктәптә уҡыған йылдарын иҫкә алдылар, хәрби хеҙмәткә мөнәсәбәте, алға ҡуйылған маҡсаттарына өлгәшә белеүҙәре тураһында һөйләнелде.
"Герой партаһы" ның маҡсаты – балалар һәм үҫмерҙәрҙә Ватан тарихына, илебеҙҙең үткәненә һәм бөгөнгөһөнә ихтирам тәрбиәләү.
Уҡыусылар үҙҙәре белем алған мәктәптә ҡасандыр батыр уҡыуы тураһында белеп, уның партаһын күреп ғорурлыҡ кисерәсәк. Уларҙа батыр яҡташтарына ҡарата хөрмәт һәм ихтирам хисе тыуасаҡ.
Был партаның уҡыусылар өсөн яҡшы уҡыуға, спортта, ижадта, хеҙмәттә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә этәргес булырына ышаныс белдерҙе. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар ил азатлығы өсөн ғүмерен биргән Илшат Ғәлиндың батырлығын онотмаҫ, уның яҡты иҫтәлеге яҡташтары күңелендә һәр ваҡыт һаҡланыр.