Әбделмәмбәт мәктәбе һәм уның филиалдары өсөн "ҺАУЛЫҠ" Спартакиадаһы үтте.

Март 2, 2024 Просмотров: 249
Әбделмәмбәт мәктәбе һәм уның филиалдары өсөн "ҺАУЛЫҠ" Спартакиадаһы үтте. Саңғы, теннис, шахмат, волейбол һәм бөтәһе лә көтөп алған Быймалы башҡорт сәкәне буйынса мәктәп хеҙмәткәрҙәре ихлас ярышты. Бында чемпиондар түгел, ә һәр ҡатнашыусы - үҙе өсөн абсолют еңеүсе икәнлеген раҫланыҡ. Һүлпәнлек, ялҡаулыҡ, битарафлыҡ кеүек ярыш төрҙәрендә лә еңеүселәр булыуы асыҡланды. Хәрәкәттә - бәрәкәт. Ойоштороусыларҙың теүәл, аныҡ эшләүе, ашнаҡсыларҙың тәмле һыйҙары, күтәренке кәйеф, тотош йылға етерлек заряд - ҡатнашыусылар өсөн иң ҡиммәтле приз.

Киләһе йыл мотлаҡ еңәсәкбеҙ тигән сәмле уй-ниәттәр, был ярыштарҙың район этабында ла һынатмаҫҡа тигән маҡсат менән таралыштыҡ.