"Атайсалым" исемле концерт-лекторий

Март 4, 2024 Просмотров: 163
Бөгөн, Бөрйән һандуғасы, Сибай филармонияһы солисы Зәбирә Әминева үҙенең ижадташ дуҫтары менән берлектә бик фәһемле, бай йөкмәткеле "Атайсалым" исемле концерт-лекторий ҡуйҙылар. Сара бик матур, күңелле барҙы. Уҡыусыларға тыуған ил, тәбиғәт тураһында һорауҙар ҙа әҙерләп алып килгәндәр ине алып барыусылар. Әлбиттә уҡыусылар ихлас ҡына яуаптар биреп, бүләктәр ҙә алып ҡыуандылар. Шуны әйтеп үтергә кәрәк, был концерт-лекторийға мәктәп уҡыусылары Пушкин картаһын ҡулланып билеттар алдылар. Ошондай матур сара ойошторғандары өсөн Зәбирә Әминеваға һәм уның ижадташ дуҫтарына Әбделмәмбәт мәктәбе коллективы һәм уҡыусылар исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Һеҙгә ижади уңыштар, яңынан-яңы бейеклектәр, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ теләп ҡалабыҙ!