Ер йөҙөндәге һәр бер кеше көн һайын күп тапҡыр рәхмәт әйтә, бынан күңелдәрҙә йылы булып китә.
Март 5, 2024
Просмотров: 558
Ошо уңайҙан беҙ, Әбделмәмбәт мәктәбенең "Зарница" ҡышҡы уйындар еңеүсеһе 3 - сө рота уҡыусылары, рәхмәтебеҙҙе Ғәлина Сәкинә инәйгә, Ильяс, Илфат ағайҙарға еткерәбеҙ. Улар ярҙамы менән беҙ бассейнға барып, рәхәтләнеп йөҙөп, ял итеп ҡайттыҡ. Аҙаҡ инде йәнһүрәт ҡараныҡ. Беҙҙең бала сағыбыҙҙың бер көнөн тағы ла нығыраҡ иҫтә ҡалырлыҡ иткән өсөн оло рәхмәт.Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Һеҙҙе һәр ваҡыт ихтирам, рәхмәт оҙатып барһын!
III рота уҡыусылары.
III рота уҡыусылары.