"Гүзәл заттар- тормош биҙәге" исемле сара үтте.

Март 6, 2024 Просмотров: 1285
Бөгөн, Әбделмәмбәт мәктәбендә 8 март, ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған "Гүзәл заттар- тормош биҙәге" исемле сара үтте. Башта әсәйҙәр күңелле эстафетала йүгерҙе, һәр ҡайһыһы сәмләнеп, бар көсөн һалып ихлас уйнанылар. Артабан быйма менән хоккей һуҡтылар. Ғөмүмән,боҙ өҫтө шау-гөр килеп торҙо. Бала саҡтарын иҫләп, шаярып-көлөп хоккей уйнап кинәнде әсәйҙәр. Көндөң аяҙ булыуы ла көс кенә өҫтәне. Кескәй көйәрмәндәр әсәйҙәрҙе көслө алҡыштар менән дәртләндереп торҙолар. Хөрмәтле әсәйҙәр, гел шулай әүҙем, өлгөр булып ҡалығыҙ!