Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе һәм «Ҡыпсаҡ саңғы юлы» ярыштарының титул һәм төп спонсоры - Башҡорт Дәүләт ҡурсаулығы ҙур саңғы байрамы үткәрҙе.

Март 9, 2024 Просмотров: 2022
Бөгөн 9 март Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе һәм «Ҡыпсаҡ саңғы юлы» ярыштарының титул һәм төп спонсоры - Башҡорт Дәүләт ҡурсаулығы ҙур саңғы байрамы үткәрҙе. Районда үткәрелгән иң ҙур, сағыу, ойоштороу яғынан юғары баһаға эйә булған, күңелле ярыштарҙың береһе булды был ярыш.
Ауылыбыҙҙа йыл һайын уҙғарылған был сараны олоһо ла, кесеһе лә көтөп ала – ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл арта барыуы шуны раҫлай. Сараға килеүселәрҙе район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңнеәхмәт улы һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы директор урынбаҫары Шәрәфутдинов Рөстәм Ирек улы сәләмләп, уңыштар теләнеләр. Артабан ярыштың төп судьяһы Зиннур Ғүмәр улы төп ҡағиҙәләр менән таныштырҙы. Ярышта ҡатнашыусыларҙың һаны алдағы йылдарға ҡарағанда күпкә юғары булды. Шулай булмай һуң, саңғы юлына баҫырға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға тырышҡандарҙың барыһы ла килгәйне! Мәләүез, Белорет, Мөсәт, Иҫке Собханғол, Ырғыҙлы, Килдеғол һәм Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылдарынан да саңғысылар килделәр. Саңғысыларҙың күплеген иҫәпкә алып, ярыш йәш буйынса бер нисә категорияға бүлеп үткәрелде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, саңғысылар араһында 3, 4, 5, 6 тиҫтәһен ваҡлаусы өлкәндәр ҙә, башланғыс класс уҡыусылары ла күп ине.
Еңеүселәргә миҙалдар һәм Маҡтау грамоталары тапшырылды. Әбделмәмбәт мәктәбе башланғыс класс уҡыусылары араһында саңғы уйнатты. Был бәхеткә 3-сө класс уҡыусыһы Ғарифуллин Хансура лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!
Ярыш бик матур барҙы. Саңғысыларға йылы сәй табыны ойошторған мәктәп ашханаһы хеҙмәткәрҙәренә, шәхси эшҡыуарҙар Шәмиғолов Ғаффар, Шәрипова Әнисә, Хисаметдинов Илшат, Шәмиғолова Гөлнара, Усманов Рәвил апай-ағайҙарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Ғөмүмән, был ысын спорт байрамы булды.