Сәсән эҙҙәре буйлап.

Февраль 17, 2021 Просмотров: 53

Сәсән эҙҙәре буйлап.

"Халыҡ-ара туған телдәр көнө" уңайынан мәктәптең 2,3,4 класс уҡыусылары өсөн "Сәсән эҙҙәре буйлап" исемле асыҡ дәрестәр үтте. Уҡыусылар Сабирйән сәсән Мөхәмәтҡоловтың биографияһы, эшмәкәрлеге, шәжәрәһе менән танышты. Әбделмәмбәт мәктәбе урынлашҡан һәм сәсән эҙҙәрен һаҡлаған Мөхәмәтҡолов урамы буйлап үтте, быуаттан ашыу тарихы булған һәм ҡасандыр сәсән йәшәгән Ҡараташ буйындағы Хәдис һәм Миңнур Сөләймәновтарҙың өйҙәренә сәйәхәт ҡылды.
Мәктәп стенаһына ҡуйылған таҡтаташты ла башланғыс уҡыусылары ғына түгел, өлкән кластар ҙа бик күреп бармағандыр...
Хәтер ҡыҫҡа, тарих мәңгелек икәненә бөгөн тағы инандыҡ.
Ветеран уҡытыусыларыбыҙ: Зәкиә инәй Муллағолова, Миңзәлә инәй Фәтҡуллиналар мәктәпкә һәм ауылға оло хазина ҡалдырҙылар.
Уларҙың эше дауам итер башланғыс уҡытыусылары: М.Ҡасимова, З.Ғөбәйҙуллина, Д.Дауытова апайҙар матур һәм фәһемле сара үткәрҙеләр.