"Өләсәйем әкиәттәре" конкурсы

Март 12, 2021 Просмотров: 86

     Өләсәйем әкиәттәре район интернет конкурсында төрлө номинацияларҙа 82 ҡатнашыусының видеояҙмалары ҡаралды. Әкиәт һөйләү эҙләнеү эше менән бергә барһа бик яҡшы булыр ине. Рус халыҡ әкиәттәренән, китаптағы әкиәттәрҙән түгел, ә өләсәйҙәр һөйләгән әкиәттәр юғары баһалана. Оло йәштәге өләсәйҙәрҙән улар белгән әкиәттәрҙе яҙып алырға кәрәк тигән фекергә килде баһалама ағзалары. 
Яңы Усман, Ғәҙелгәрәй, Ҡолғана, Килдеғол, Иҫке Монасип ауылынан ҡатнашыусылар был мәсьәләгә ихтибар иткән һәм ихлас әҙерләнгәндәр.

        Мәктәп уҡыусылары араһында: 
1-се урын - Ҡотлобаев Динир Данил улы – 1 класс, Иҫке Монасип ауылы; 
2-се урын - Аюпова Фаягөл Фаил ҡыҙы – 1 класс, Килдеғол ауылы; 
2-се урын - Исхакова Лиана Ғәлим ҡыҙы – 6 класс, Килдеғол ауылы; 
3-сө урын - Сәйфуллин Ильшат – 11 йәш, Ырғыҙлы ауылы; 
3-сө урын - Аҡкөсөкова Регина Айҙар ҡыҙы – 3 класс, Иҫке Собханғол ауылы.

      Мәктәптәр араһында: 
1-се урын– Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе; 
2-се урын - Иҫке Собханғол башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһының уҡыусылары, Гөлнара Шәкирова; 
3-сө урын - Иҫке Собханғол башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһының уҡыусылары, етәксеһе Рәйлә Ғәлиуллина ; 
3-сө урын - Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 5 А классы, етәксеһе Лилиә Норотҡолова.

     Республика интернет конкурсы 15 марттан 15 апрелгә тиклем старт аласаҡ. Жюри ағзалары район интернет конкурсында ҡатнашып эштәре юғары кимәлдә башҡарыусыларҙың видеоларын ебәрергә ҡарар итте. Тулы эштәр бик аҙ Яңы Усман ауылы ҡатнашыусылары был юҫыҡта үҙ эштәренә ихтибар биргән. Әкиәттен тексын һәм анкетаны тултырғандар һәм ошо әкиәттәрҙе руссаға әйләндереп ебәреүегеҙ кәрәк! 
Һәр ҡатнашыусыларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Эшегеҙҙә һәм уҡыуҙарығыҙҙа уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.