Әбделмәмбәт мәктәбе (Ҡыпсаҡ)

Март 13, 2021 Просмотров: 74

     Әбделмәмбәт мәктәбенең "Вариҫ" төркөмө төрлө йылдарҙа сәхнәләштерелгән күренештәр менән призлы урындар яулап тора.
     Уҙған йылда "Мин Өфөгә барып ҡына ҡайттым" исемле сәхнә сығышы (Ҡасимова М.М., Ибәтуллина З.М.) район, зона, республика кимәлендә 8 (!) конкурста Гран-при һәм 1 урындар яуланы.Әйткәндәй, "Иң яҡшы сценарий", "Иң яҡшы ирҙәр роле", "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле", "Лидер" номинациялары еңеүселәре лә ошо уҡ коллектив.Үҙ составында мәктәптә уҡыусы дүрт ауылдан йыйылған балалар төркөмө лидеры Ҡорманғолова Миләүшә Ә.М.Сөләймәновтың эшмәкәрлеге буйынса декабрь айында республика буйынса беренселекте яуланы.