Башланғыс кластар аҙналығы
Апрель 7, 2021
Просмотров: 41
Был аҙнала мәктәбебеҙҙә "Башланғыс кластар аҙналығы" старт алды. Бөгөнгө көн тирә-яғыбыҙҙағы донъяны, тәбиғәтебеҙҙе өйрәнеү тип билдәләнде. 1-2 кластар "Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар!" темаһына бәйле викторина һорауҙарына һәм йомаҡ ҡойошоуҙа, ребус сисеүҙә әүҙем ҡатнаштылар. 3-4 класс уҡыусылары "Тәбиғәт батшалығы" исемле уйын-сәйәхәттә белемдәрен камиллаштырҙылар. "Ҡоштар - ҡанатлы дуҫтар!" конкурсына һүрәт төшөрҙөләр.