Башланғыс кластарҙа бөгөн РУС ТЕЛЕ көнө

Апрель 8, 2021 Просмотров: 50

ТУРПОЕЗД вагондарына урынлашҡан 1-2 класс уҡыусылары «Словарная» станцияһында күңелле йылмайлик хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөүҙә ярыштылар, «Картинная» станцияһы беренсе хәрефтәре менән ҡул болғап оҙатты. «Изографы» туҡталҡаһы буласаҡ архитекторҙарҙың белемен байҡаны, ә «Секретная» ла нимә булғаны һеҙгә СЕР булып ҡалһын.

3-4 кластарға тәғәйенләнгән ТУРПОЕЗДЫҢ вагондары ауырыраҡ булып сыҡты.

«Загадочная» станцияһындағы тоҡтарҙың ауыҙын сисер өсөн байтаҡ ҡына баш ватырға тура килде. «Словостройная» ла Кот Матроскин, Почтальон Печкин, Дюймовочка һәм башҡа әкиәт геройҙарын вагондың һәндрәһенән төшөрөп ҡалдырғансы арыу ваҡыт үтте.

Ниндәй тел фәне грамматикаһыҙ үтһен ? «Грамматическая» станцияһы лексик тел байлығын да тикшерҙе. 32 һүҙ генә йәшенгән икән был станцияла.

Һуңғы туҡталҡа - «Самая-самая»: тел ҡеүәһен, фекерләү һәләтен, рус халыҡ ижадын танып белеүгә ҡоролған эштәрҙе еңел атҡарып сыҡтылар ПАССАЖИРҘАР.