Әбделмәмбәт мәктәбе һәр яҡлап та әүҙем белем усағы.

Октябрь 22, 2024 Просмотров: 6487
 Былтырғы уҡыу йылында 11 -ҙе тамамлаған класс "Уҡыусыларҙың башланғыстарын инициативалы бюджетлау" программаһында ҡатнашып, мәктәп ихатаһын яңыртыу буйынса проект еңеп сыҡҡайны. Ошо проектҡа ярашлы, быйыл көҙ эштәр ҡыҙып та китте. Мәктәп алдын һөрөп тигеҙләп, асфальт түшәп, Сермән заводында етештерелгән ышаныслы тренажёрҙар, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары урынлаштырылды. Һәм, ихатаның төп биҙәге булып торған иркен киң сәхнә эшләп ҡуйылды. Күмәкләгән - яу ҡайтарған тигәндәй, оло эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерҙе: район хакимиәте, мәғариф бүлеге, ата - әсәләр комитеты, шәхси эшҡыуарҙар, балалар менән бергә сығып ярҙам итеүсе атай-олатайҙар һәм, әлбиттә, мәктәп работниктары.
Бөгөн яңыртылған мәктәп ихатаһын тантаналы асып, бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә маҡтау грамоталары тапшырылды, уҡыу һәм спорт алдынғылары бүләкләнде.
Киләсәктә белем усағы тағы ла яҡтыраҡ балҡыһын, балаларҙың ғына түгел, тотош ауылдың иң яратҡан урынына әүерелеп, һәр ҡайһыбыҙ өсөн һағынып ҡайтыр икенсе өй булып хеҙмәт итһен. ( Ғәликәев Шәфҡәт)