Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр.

Октябрь 30, 2024 Просмотров: 12
Бөгөн мәктәптең өлкән класс егеттәре, бер төркөм хеҙмәткәрҙәр хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусы, әлеге ваҡытта улы МХОла ҡатнашыусы Муллағолова Зәкиә инәйгә ҙур ярҙам күрһәттеләр. Иҫкерә төшкән ҡойманы һүтеп, өр-яңынан эшләп тә ҡуйҙылар. Ауыл егеттәре эшкә әрһеҙ, бағана соҡоро ҡаҙыу, таҡта ҡатыу булһынмы - ҡулдарында балта-сүкеш, көрәк - лом уйнап ҡына тора. Өйрәтеп торорға бөгөнгө шикелле тәжрибәле ололар булғанда, бындай егеттәр менән тау аҡтарырға мөмкин. Кәртәне яңыртып, бер юлы ҡыйын үртәп, эште урын-еренә еткереп, инәйҙең ихлас рәхмәтенә хатта риза булып таралыштыҡ.
(Шәфҡәт Ғәлекәев)