Әбделмәмбәт урта мәктәбендә, көҙгө каникулда "Ҡояшҡай" мәктәп яны лагерында балалар ялдарын файҙалы һәм күңелле итеп үткәрә.

Октябрь 30, 2024 Просмотров: 15
 Ялды ойоштороуҙың төп маҡсаты - яңы быуындың сәләмәтлеген нығытыу, үҙҙәренә бирелгән ваҡытты дөрөҫ итеп файҙаланырға өйрәтеү, физик һәм ижади һәләттәрен үҫтереү. Һәр көн иртә менән мәктәп балаларҙың шат тауыштарына күмелә. Уҡыусыларҙың ялын күңелле үткәреү өсөн һәр көн үҙенсәлекле тематикаға: китаптар донъяһына сәйәхәт, көҙ матурлыҡтары, ижади көн, теүәл фәндәр донъяһында, халыҡтар берҙәмлеге көнө, спорт һәм һаулыҡ, таланттар эҙләйбеҙ көндәренә ҡоролған. Балалар көнөнә ике тапҡыр сифатлы ҡайнар ризыҡ менән туҡланалар. Рационда йәшелсә, еләк-емеш, ит ризыҡтары бар. Лагерға уҡыусылар бик теләп йөрөй. Вожатыйҙар сараларҙы ҡыҙыҡлы итеп ойоштора. Күберәк хәрәкәтле спорт уйындарында, викториналарҙа, түңәрәктәрҙә, һәм төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Ауыл мәҙәниәт йорто менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Ауыл китапханаһына бәләкәйҙәр "Әкиәт иленә сәйәхәт" ҡылһа, өлкәндәр "Китап" операцияһында ҡатнаштылар. Ижадҡа арналған көндә Лилиә Рәис ҡыҙы гөл һауытын биҙәп,оҫталыҡ дәресе күрһәтте, уҡыусылар ҡыҙыҡһынып ҡаранылар һәм үҙҙәре ярҙам да иттеләр. Ялдар файҙалы һәм хәүефһеҙ үтһен.