Йәш шайморатовсылар сафы тулыланды!

Ноябрь 16, 2024 Просмотров: 104
Әбделмәмбәт урта мәктәбендә бишенсе класс уҡыусыларын
"Йәш шайморатовсылар"ға бағышлау һәм "Беренселәр хәрәкәте "сафына алыуға арналған тантаналы сара булып үтте.
Унда район хакимиәте башлығының йәштәр эше буйынса урынбаҫары Әсхәт Әхәт улы Ямғурсин , район мәғариф бүлегенән тәрбиәүи эштәр буйынса методист Әнүзә Рәсүл ҡыҙы Сафина, район "Беренселәр хәрәкәте" етәксеһе Гүзәлиә Фәиз ҡыҙы Төлкөбаева,Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәт башлығы Йәүҙәт Ғаяз улы Заһитовтар ҡатнашты.
Ҡунаҡтар данлыҡлы геройыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән класс уҡыусыларын йылы сәләмләп, уҡыуҙа уңыштар, үҙ еребеҙҙең ысын патриоттары булып үҫеүҙәрен теләне.
Буласаҡ шайморатовсылар уҡытыусылары, дуҫтары алдында "шайморатовсы" исемен лайыҡлы йөрөтөргә, үҙ халҡына тоғро булырға, Тыуған еребеҙҙең тоғро улы һәм ҡыҙы булырға ант итте!
Мәктәп директоры Инсур Рәмил улы шулай уҡ уларҙы ҡотлап, балаларға Шайморатовсылар билдәһен (значогын) таҡты.
112-се кавалерия дивизияһының байрағын йәш шайморатовсыларға ауылыбыҙҙың Афған һуғышы ветераны, мәктәптең почетлы ветеран-уҡытыусыһы Илдар Сабир улы Усманов тапшырҙы.
Тантананың икенсе өлөшөндә район "Беренселәр хәрәкәте"нең етәксеһе Гүзәлиә Фәиз ҡыҙы һүҙ алды: Беренселәр хәрәкәте тураһында мәғлүмәт биреп китте,балаларҙы ҡотлап,бүләктәрен тапшырҙы.Өлкән класс уҡыусылары советы ағзаларынан торған волонтерҙар бишенселәрҙең түшенә ,"Беренселәр хәрәкәте"тамғаларын(значоктарын) таҡтылар.
Ҡәҙерле бишенселәр! Ошо почётлы исемдәргә лайыҡлы булып,барыһына өлгө булып,һынатмайынса уҡырһығыҙ һәм йәшәрһегеҙ тип ышанабыҙ!