Әсә кешене күпме генә данламайыҡ барыбер әҙ кеүек тойола.

Ноябрь 26, 2024 Просмотров: 545
Ә әсәйҙәрҙе данлау, яҡлау, хөрмәтләү беҙҙең төп бурысыбыҙ. Тап ошо бурыстарҙың әҙ генәһен булһа ла үтәү өсөн "Әсәләр нур сәсәләр" тип аталған йырлы- моңло сара үткәрелде беҙҙә.Байрам уҡыусыларҙың, әсәйҙәрҙең музыкаль номерҙары менән аралашып барҙы, уйындар ойошторолдо, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар эҙләнелде, караоке йырланылды.
Эйе,әсә көнө - үҙенсәлекле байрам, ул йылылыҡ һәм һөйөү менән тулған. Был көндә беҙ ғаиләбеҙҙең йөрәге һәм тормошҡа терәк булған яратҡан әсәйҙәребеҙҙе хөрмәтләйбеҙ. Уларҙың сикһеҙ изгелеге һәм хәстәрлеге донъябыҙҙы сағыуыраҡ һәм йылыраҡ итә.
Сөнки,әсә кеше тормошобоҙҙа төп урынды биләй, уның роле көнкүреш мәшәҡәттәре генә түгел, ул - ғаилә усағын һаҡлаусы, тәрбиәсе, аҡыллы кәңәшсе. Әсәйҙәрҙең һәр һүҙе һәм һәр эше киләсәктә беҙгә ҙур бер этәргес булып тороуын беҙ яҡшы аңлайбыҙ һәм әсәләрҙе хөрмәтләйбеҙ.