"Йыл уҡытыусыһы" конкурсы
Декабрь 12, 2024
Просмотров: 581
Бөгөн Килдеғол мәктәбендә Әбделмәмбәт мәктәбе һәм уның филиалдары өсөн "Йыл уҡытыусыһы" конкурсы үтте. Барлығы 5 педагог тапҡырлыҡта, һөнәри оҫталыҡта һынау тотто. Тәжрибә менән йәшлек, баҫалҡылыҡ менән саялыҡ, тапҡырлыҡ менән оҫталыҡ ярышты. Мауыҡтырғыс, фәһемле дәрестәр, күңелгә ял бирер оҫталыҡ дәрестәре ҡарап кинәндек, яңы алымдар өйрәндек. Конкурсанттарҙың күбеһе үҙ эшенең тәжрибәле ысын оҫталары, шуға был сара үҙенә күрә мәғариф байрамына әүерелде. Үҙ эштәренә анализ яһап, жюриның төплө кәңәштәрен тыңлап, етешһеҙлектәрҙе асыҡланыҡ, киләсәккә ориентирҙар билдәләнек. Хеҙмәттәренә ярашлы урындар бүленеп, маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Абруйлы конкурстың район этабында ҡатнашасаҡ Уҡытыусыларға ижади ҡомар, уңыштар теләйбеҙ.