Мәктәп һәм ғаилә сылбыры ныҡлы булһын!

Декабрь 29, 2024 Просмотров: 10
Мәктәптә шыршы уттары
Ҡабынғас маяҡ төҫлө,
Һәр төрлө Ҡышбабайҙар
Ҡунаҡҡа килеп төштө...
Балалары мәктәптә уҡыған ғаиләләрҙе мәктәп тормошона ,тәрбиә эшенә йәлеп итеү маҡсатында беҙҙең мәктәптә йыл да Яңы йылға әҙерлек сараларына ата-әсәләрҙе саҡырыу ҡаралған.
Бигерәк тә мәктәп алдына ҡарҙан һәм боҙҙан һындар эшләүҙә әүҙем ҡатнаша улар.
Быйыл һындарҙы төрлө-төрлө Ҡышбабайҙар эшләү менән алыштырҙыҡ. Атайҙар,әсәйҙәр балалар менән бергәләшеп Ҡышбабайҙарҙың ниндәйҙәрен генә эшләмәне!Мәктәп алды геү килеп торҙо... Әйтерһең дә,улар үҙҙәре лә бала саҡтарына әйләнеп ҡайттылар,уҡыусыларға кәңәштәрен биреп,бергәләп һә тигәнсе эшләп тә ҡуйҙылар.Афариндар!
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ!
Мәктәп һәм ғаилә сылбыры ныҡлы булһын!