Төклө аяғың менән, Яңы йыл!
Декабрь 29, 2024
Просмотров: 5791
Төклө аяғың менән, Яңы йыл!
Әбделмәмбәт урта мәктәбендә Яңы йыл байрам саралары гөрләп үтеп китте.
Иғлан ителгән төрлө конкурстарҙа балалар ихлас ҡатнаштылар:үҙ ҡулдары менән уйынсыҡтар эшләнеләр,һүрәттәр,плакаттар төшөрҙөләр,класс бүлмәләрен биҙәнеләр,шулай уҡ фотоға төшөү урыны эшләнде.Мәктәп түрендә,әлбиттә,ҡупшы шыршы урын алды.
25 декабрь көнө башланғыс кластар һәм урта звено уҡыусыларының Яңы йыл байрамы булһа,26 декабрь 8-11-сы кластар өсөн "Зәңгәр ут" кисәһе үткәрелде.
Йылдағыса байрамдарға Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу килде,уҡыусыларға бүләктәр тапшырҙы, күстәнәстәр таратты. Һәр класс Ҡыш бабайға әҙерләгән йыр- бейеүҙәрен күрһәтте, уйындар уйнаны. Костюмдар конкурсында ҡатнашыусыларға бүләктәр бирелде. Һәр класс ата- әсәләр комитеты әҙерләгән күстәнәстәрҙе алып һөйөндө.
Һуңғы уҡыу көнөндә конкурстарға йомғаҡ яһалды, урын алыусы кластарға маҡтау ҡағыҙҙары һәм тағы ла тәмле приздар таратылды.
Балаларға матур байрам ойошторорға ярҙам иткән ата- әсәләр комитетына, бағымсыларға, мәктәп администрацияһына,класс етәкселәренә, балаларға костюмдар теккән әсәйҙәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!Һеҙгә иҫәнлек - һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Яңы йылдар менән!