Шыршы байрамын һәр бала көтөп ала.
Декабрь 30, 2024
Просмотров: 328
Шыршы байрамын һәр бала көтөп ала.Әбделмәмбәт урта мәктәбенең Килдеғол һәм Ҡолғана филиалдарында ла уны уҡыусылар ныҡлы әҙерлек менән ҡаршы алдылар. Шиғыр-әкиәттәр яҙҙылар, конкурсҡа ҡыш бабай менән ҡарһылыу эшләнеләр, һүрәттәр төшөрҙөләр. Шыршы тирәләй бейеп- йырлап күңел астылар, төрлө уйындар ҙа бик ҡыҙыу барҙы, лотерея билеттары уйнатылды.
Балаларҙың шатлыҡлы тауыштары һәр саҡ яңғырап торһон, донъяларыбыҙ тыныс булһын.Яңы йыл менән,дуҫтар!
Балаларҙың шатлыҡлы тауыштары һәр саҡ яңғырап торһон, донъяларыбыҙ тыныс булһын.Яңы йыл менән,дуҫтар!