Йыл һайын Ғәлиәкбәр мәктәбендә ошо ауыл егете, Чечня һуғышы ҡорбаны Ғәбитов Илдар иҫтәлегенә волейбол буйынса район турниры үтә.

Январь 8, 2025 Просмотров: 488
Йыл һайын Ғәлиәкбәр мәктәбендә ошо ауыл егете, Чечня һуғышы ҡорбаны Ғәбитов Илдар иҫтәлегенә волейбол буйынса район турниры үтә. Аҙаҡҡы йылдары беҙ ҙә был ярыштарҙа теләп ҡатнашабыҙ.
Ихлас ҡунаҡсыл ойоштороусылар, көслө командалар – бөтәһе бергә йыйылып ысын волейбол байрамы яһай. Етмәһә, Ғәлиәкбәрҙәр үҙҙәре электән тап ошо спорт төрө буйынса көслө булыуҙары менән билдәле.
Быйыл был ярыш 7 ғинуарға тура килде. Ярышҡа баштан уҡ 5 команда саҡырылыуға ҡарамаҫтан, бөтәһе 8 команда килде. 2 төркөмгә бүленеп уйнап, һәр төркөмдән 2-әр еңеүсе команда финалға сыҡты. Фаворит һаналған Фурҡан, тотороҡло уйыны менән алдырған Урал, йәшлек дәрте, ажарлығы менән айырылып торған, уйын мәлендә ҡойон шикелле залға һыймай йөҙөп йөрөп уйнаусы Ҡарасуно һәм йылдан-йыл оҫтара барған Ҡыпсаҡ егеттәре.
Финалда 1-се урын өсөн Фурҡан һәм Ҡыпсаҡ командаһы араһында булған уйын ысын көрәш майҙанын хәтерләтте. Тәүге партияны ҡыпсаҡтар алһа, икенселә тәжрибә менән Фурҡан алдырҙы. Иҫәп 1:1. Хәл иткес өсөнсө уйында һәр туп, площадканың һәр сантиметры өсөн көсөргәнешле алыш китте. Ниһайәт, ҡыпсаҡтарҙың тәүге сетбол: 14 : 13. Фурҡан да бирешергә теләмәй, ни тиһәң дә улар был затлы кубокты әллә нисә йыл ҡулдан ысҡындырмай. Һәр хәрәкәт уйланылған, ҡат-ҡат үлсәнгән, бер бәләкәй генә хатаның да хаҡы үтә ныҡ юғары. Команда алдында торған ҙур яуаплылыҡтан нервылар ҡыл кеүек тартылған, көсөргәнештән залдағы һауа ут булып гөлтләп тоҡаныр сиккә еткән. Һәм....иҫәп 15 : 13!!!!! Күкрәктәрҙән шартлап сыҡҡан шатлыҡ ялҡыны эскә һыймай, вулкан булып юғары урғылды. Бәләкәй балалар һымаҡ ҡосаҡлашып күмәге бер тактҡа ырғыған егеттәргә ҡарап, был еңеүҙең беҙҙең өсөн тап бөгөн, тап ошо мәлдә нисек мөһим булыуын аңлайһың. Был еңеү Олимпия уйындарындағы еңеүҙәрҙән ҡәҙерлерәк, сөнки ул беҙҙең еңеү, үҙебеҙҙең хаталар, травмалар, көндәлек эш араһында үткән тренировкалар, яҡындарыбыҙҙың борсолоуҙары хаҡы. Был егеттәр бер туғандар кеүек. Сөнки улар ниндәйҙер файҙа йәки дан көҫәп түгел, ә үҙҙәренең тыуған ауылы намыҫын яҡлап, үҙҙәренән һуң эйәрә килгән ҡусты-һеңлеләре өсөн ысын миҫал булып, улар өсөн нисек дөрөҫ йәшәргә мөмкин икәнлеген күрһәтеп йәшәй. Бындай егеттәр менән утҡа ла һыуға ла ҡурҡмай инергә була.
(Ш. Ғәлекәйев.)