Эх,күңелле ҡышҡы каникулдар!

Январь 10, 2025 Просмотров: 518
Ҡышҡы каникулда беҙ
Телефондан арындыҡ,
Тюбинг менән тауҙан шыуып
Күңелле ялдар иттек!
Көтөп алған ҡышҡы каникулдар балаларҙың иң яратҡан миҙгелдәренең береһе,сөнки ҡыш көнө мөғжизәле Яңы йыл байрамы,бүләктәр бирешеү,саңғыла,катокта йөрөү ,сана шыуыуҙар көтә уларҙы.
Ҡыш көнө һауаның сафлығы, мамыҡтай итеп яй ғына ҡар яуыуы, ағастарҙың аҡ шәлдәрен ябыныуы ла бигерәк матур күренеш...
Ошондай матур көндө өйҙә нисек түҙеп ултырмаҡ кәрәк?!
Беҙ,9-сылар,бөгөн һөйләштек тә,консультациянан һуң,тауға тюбингта шыуырға барырға булдыҡ.Тиҙ генә ҡапҡылап алырға тәм-том,һуттар,сәй һалып алып,сығып та киттек.Дәррәү генә йыйылышҡас,хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән танышып алғас, тауға менеп,күмәкләшеп геү килеп аҫҡа эйеп төштөк,тағы ла күтәрелеп, тағы-тағы ла шыуҙыҡ.
Биттәр китте алланып,күңелдәр китте күтәрелеп!
Ул ғына ла түгел,ҡаргиҙгескә тағылып урман эсенә ,ҡарағайҙар араһына экскурсияға ла барып килдек.
Күңелле ял итеп,ҡараңғы төшкәс кенә өйҙәргә таралыштыҡ.
Был ялды ойоштороусы ағайҙарға ҙур рәхмәт,ауылдан да яҡын,хаҡтар ҙа "тешләшмәй".Файҙалы ялдар барығыҙға ла!