Тимурсылар

Январь 17, 2025 Просмотров: 7
#Беҙҙең 9 класс ҡыҙҙары мәсеттә тимурсылар командаһында булып, тәҙрәләргә түл-шторалар ҡуйыуҙа, иҙән балаҫтарын түшәүҙә ярҙам итеп ҡайттылар.
Ошо уҡ ҡыҙҙар алдағы йылдарҙа ла волонтерлыҡ эше менән бер нисә тапҡыр булғандары бар ине, бөгөн дә ярҙамдары урынлы булды.
Эш бөткәс, "Исламдың 5 терәге" исемле дәрес тыңланылар, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар.