2 февралдә Сталинград һуғышында совет ғәскәрҙәренең немец фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итеүенә 80 йыл тулды.

Февраль 3, 2025 Просмотров: 126
Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы, тарихи көн илебеҙҙә киң билдәләнде.
1943 йылдың 2 февралендә совет ғәскәрҙәре Сталинград янындағы алышта немец фашист ғәскәрҙәрен ҡыйрата. Сталинград һуғышы Бөйөк Ватан һуғышындағы иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе була.
Был еңеүгә Башҡортостан да ҙур өлөш индергән. Волга буйындағы алыштарҙа БАССР-ҙа ойошторолған хәрби формированиелар ҡатнаша – 219-сы, 214-се, 300-сө уҡсылар дивизиялары, 124-се уҡсылар бригадаһы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм 25-се брондивизия. Сталинград һуғышында Башҡортостандың 75 меңдән ашыу һалдаты ҡатнашҡан.
Тарихта ҙур эҙ ҡалдырған был көндө хәтерләмәй үтеү мөмкин түгел, башланғыс класс уҡыусылары өсөн класс сәғәте үткәрелде.