I класс уҡыусылары "Әлифба" байрамы үткәрҙе.
Февраль 4, 2025
Просмотров: 259
Бөгөн Әбделмәмбәт мәктәбендә I класс уҡыусылары "Әлифба" байрамы үткәрҙе. Әле яңы ғына мәктәпкә аяҡ баҫҡан кескәйҙәр үҙҙәренең тәүге уңыштары менән уртаҡлаштылар, алған белемдәрен күрһәттеләр, шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар, йомаҡтар ҡойҙолар.Киләсәктә тағы ла тырышып уҡырҙар, төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашырҙар тигән өмөт уятты улар.
Беренселәрҙе уҡырға өйрәтеүҙә күп көс һалыусы ата-әсәләре, беренсе уҡытыусылары һәм Нүрзилә Факил ҡыҙы Белем иленең юғары баҫҡысына күтәрелеүҙә балаларға уңыштар теләнеләр.
Хөрмәтле ата-әсәйҙәр! Балаларҙың әлифбаны тырышып үҙләштереүендә һеҙҙең өлөш бик ҙур! Һеҙгә лә бик ҙур рәхмәт!
Уҡыусылар, һеҙҙең алда ҙур һәм бейек фән тауы бар. Шул тауҙың башына менер өсөн тырышып уҡырға кәрәк. Уңыштар!