Инсур Рәмил улы – “Аманат” журналының М. Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты!

Февраль 5, 2025 Просмотров: 797
"Аманат" журналының бик күп йәш хәбәрселәре тәрбиәләнгән, әүҙем авторҙары уҡыған, Бөрйән районының атаҡлы Әбделмәмбәт мәктәбен бик күп йылдар буйы етәкләгән, данын күтәргән, журналыбыҙға йыл һайын дәррәү, йыш ҡына хатта тотош мәктәп менән яҙылыу ойошторған Инсур Рәмил улы Үтәбаев 2024 йылда "Аманат" журналының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһына лайыҡ булды.
Һәм беҙгә лайыҡлы бүләген уға үҙебеҙҙең мөхәррирәтебеҙҙә тапшырырға насип булды. Әбделмәмбәт мәктәбе артабан да уҡыусылары барыһы ла "Аманат"ты уҡып үҫкән, рухлы балалар тәрбиәләнгән алдынғы уҡыу йорто булып ҡалһын, Ин шәә Аллаһ!” – тип хәбәр итә Сәлмән Ярмуллин.
Инсур Рәмил улын беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!