Балеттағы төп алым - бейеү
Февраль 7, 2025
Просмотров: 693
#НавигаторыДетства
#Росдетцентр #деньбалетаНД
Балеттағы төп алым - бейеү,ул пантомима менән бергә сюжетты һәм геройҙарҙың характерҙарын сағылдыра.
"Балет" төшөнсәһе 16 быуаттың икенсе яртыһында Италияла барлыҡҡа килә һәм баштараҡ спектакдағы бейеү мәғәнәһендә ҡулланыла. 16 быуат аҙағында балет тип музыканы,йырҙы һәм бейеүҙе берләштергән тамашаны атай башлайҙар.
17 быуатта балет башлыса зиннәтле һарайҙар тамашаһы булараҡ Францияла үҫеш ала.
18 быуатта сәнғәт төрөнә әүерелә.
19 быуаттың икенсе яртыһында Рәсәйҙә композиторҙар П.И.Чайковский, А.К.Глазунов һәм балетмейстерҙар М.И.Петипа, Л.И.Иванов(" Йоҡоға талған гүзәл", "Щелкунчик"," Аҡҡош күле","Раймонда") ижадында балет сәскә атыу осоро кисерә.
1900 йылларҙа балетмейстерҙар М.М.Фокин, А.А.Горский балет сәнғәтенең яңы эстетик хәләтен булдыралар, уға хәҙерге сәнғәт һәм әҙәбиәт идеяларын индерәләр.19 быуат аҙағында балет сәнғәтенең бөтә донъяға таралыуына С.П.Дягилевтың "Рус сезондары" һәм А.П.Павлова гастролдары этәргес бирә. Хәҙерге балет сәнғәтенең үҫеш этаптары Р.Глиэрҙың "Ҡыҙыл мәк" ,Б.Асафьевтың "Баҡсаһарай фонтаны"С.Прокофьевтың "Ромео һәм Джульетта" һы әҫәрҙәрендә сағыла, уға стилдең жанр һәм форманың күп төрлөлөгө - классиканан алып джаз һәм модерн - балетка ҡәҙәр булған төрҙәрҙе үҙ эсенә алыуы менән башҡа жанрҙан айырылып тора.