Ҡошсоҡтарын йыйҙы мәктәбем...

Февраль 10, 2025 Просмотров: 5556
8 февралдә мәктәбебеҙҙә төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, йәғни, мәктәпте 10, 20, 30, 40, 50 йыл элек тамамлаусылар осрашыуға йыйылды.
Мәктәп – тыуған ер йылыһын биреүсе, бала саҡ һәм үҫмер йылдар иҫтәлеген һаҡлаусы, йылдар дауамында үҙенә саҡырып, ололап ҡаршы алыусы изге йорт ул. Мәктәпте тамамлағандан һуң тиҫтә йылдар үткәс элекке һабаҡташтарҙың осрашыуы – айырыуса тулҡынландырғыс, шатлыҡлы ваҡиға. Ул синыфташтар, уҡытыусылар менән күрешергә, күңел түрендә матур хәтирә булып һаҡланған мәктәп йылдарын иҫкә алырға һәм ғүмер юлында ирешкән уңыштар менән уртаҡлашырға мөмкинлек бирә .
Сара бер үк ваҡытта күңелле лә, моңһоу ҙа булды. Күңелле – сөнки был көндө улар барыһы ла бер хәсрәтһеҙ бала саҡ һәм ялҡынлы, күңелле йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтҡандай булдылар. Ә инде ғүмерҙең күҙ асып йомған аралағы кеүек елеп үтеүе һәм мәктәп йылдарына бары тик хәтер-хәтирәләр ҡанатында ғына ҡайтып килергә мөмкин булыуы бер аҙ моңһоулыҡ хисе лә өҫтәне.
Уҡытыусылар ҙа иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө. Ғөмүмән, улар уҡыусыларынан ҡәнәғәт, сөнки үҙҙәре уҡытҡан, тәрбиәләгән балалар бөгөнгө ҡатмарлы заманда юғалып ҡалмаған, һәр береһенең юғары белеме, эше, ғаиләһе, балалары бар.
Класташтар менән осрашыуҙар һуңғыһы булмаһын, аралашып, хәлдәрҙе белешеп, ҡунаҡҡа йөрөшөп, ярҙамлашып йәшәйек, тип таралыштылар.
Тулыраҡ фотоларҙы ошо альбомға инеп ҡарай алаһығыҙ vk.com/album-49837332_30605....