Афған ере... һуғыш... Ҡыҫылалыр һулыш... Ошо һүҙҙәр иҫкә төшкәндә. Йәшлегемдең иң ҡырыҫ йылдары Уҙҙы минең ошо ерҙәрҙә.

Февраль 12, 2025 Просмотров: 9
Афған! Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән күҙ алдына тау-ташлы рәхимһеҙ ҡояшлы афған ере килеп баҫа. Был һуғыш беҙҙең илгә 15 меңгә яҡын ҡурғаш табут, 36 мең яралы, 312 хәбәрһеҙ юғалған һалдат рәүешендә әйләнеп ҡайта.
Күп йылдар үтте, әммә ул ерҙәрҙә булған ваҡиғалар бөгөнгәсә күптәрҙең йөрәгендә ауыр яра булып һаҡлана.
15 февраль яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә. Беҙҙең ауылдан да Афған һуғышында ҡатнашыусылар бар, ошо байрам уңайынан мәктәптә ауыл мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә башланғыс класс уҡыусылары өсөн батырлыҡ дәресе үтте. Ҡунаҡҡа Афған демократик республикаһынан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 36 йыл тулыуы айҡанлы Афған һуғышы ветерандарын саҡырҙыҡ. Алтыншин Әхнәф,Ҡасимов Радик, Усманов Илдар ағайҙар алыҫта тороп ҡалған һалдат йылдарын иҫкә төшөрөп хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар. Бер миҙал тарихы,ундағы халыҡтың йәшәйеше, йолалары, әрме тормошо тураһында йәнле әңгәмә  дәртле йырҙар менән үрелеп барҙы.
Дәрес  изге еребеҙҙе илбаҫарҙарҙан һаҡлап ҡалған, уның именлеге өсөн ғүмерен дә ҡыҙғанмаған Ватан һуғышы ҡаһармандары,Афған,Чечен ерендә һәләк булған, армия сафтарында хеҙмәт иткәндә йәш ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлгән Башҡортостан улдарының яҡты иҫтәлегенә бағышлап стелаға сәскәләр һалыу менән тамамланды.
Һуғыш уты бер ерҙә лә ҡабынмаһын, донъялар имен булһын.