"Һаулыҡ" Спартакиадаһы үтте

Февраль 17, 2025 Просмотров: 9
Үткән аҙнала Әбделмәмбәт мәктәбе һәм уның филиалдары хеҙмәткәрҙәре өсөн "Һаулыҡ" Спартакиадаһы үтте. Волейбол, өҫтәл теннисы, шахмат, дартс буйынса көслөләрҙе асыҡланыҡ, районда мәктәп намыҫын яҡлаясаҡ спортсыларҙы билдәләнек. Иң аҙаҡ, барыһы ла көтөп алған, беҙҙең яҡта милли уйын төрөнә әүерелгән "быймалы сәкән" барыһын да боҙ майҙансығына йыйҙы. Бында йылдағыса филиалдарҙың йыйылма командаһы алдынғылыҡты бирмәне. Көслө уйын күрһәтеп, берҙәмлек, ныҡышмалылыҡ менән алдырҙы. Күңелле спорт байрамы сәй табыны менән тамамланды.