«Зарница - 2025» уйындарының иң тулҡынландырғыс көнө.
Февраль 20, 2025
Просмотров: 520
Бөгөн 20 февраль «Зарница - 2025» уйындарының иң тулҡынландырғыс көнө. Бөгөн хәрби-патриотик һәм спорт уйындарының һөҙөмтәләре билдәләнде. Ауыл мәҙәниәт йортонда уҡыусылар Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған йырҙар башҡарҙы, бейеүҙәр бейене, интермедиялар күрһәтте, күңелдәргә үтеп инерлек шиғырҙар һөйләнеләр. Ике ротала концерт номерҙарын сағыу, үҙенсәлекле, бай йөкмәткеле итеп әҙерләгән. Улар атайҙары, ағайҙары һәм олатайҙарына байрам йәһәтенән күңелле ял ойошторҙо. Шулай итеп, 1️⃣ урынды - 1109 мәрәй йыйып II рота яулаһа, 2️⃣ урынды - 1091 мәрәй йыйып l рота уҡыусылары яуланы. Зарница аҙналығында бар яҡтан әүҙемлек күрһәткән уҡыусыларға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Афарин уҡыусылар!
Еңеүсе булған II рота уҡыусыларына Сәкинә Ғәлиулла ҡыҙы Ғәлина үҙенең улдары Илфат һәм Ильяс Ғәлиндар менән "Урал" физкультура-һауыҡтырыу үҙәгенә, бассейнға барыу мөмкинселеген бүләк иттеләр. Ғәлиндар ғаиләһенә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, оҙон ғүмер, эштәрендә уңыштар, шатлыҡ- ҡыуаныстар теләйбеҙ
II ротаны еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ
#НавигаторыДетства
#Росдетцентр
#НДозащитниках
#НавигаторыДетсваРБ