Әхмәт Сөләймәновтың иҫтәлегенә класс сәғәттәре үткәрелде

Март 14, 2025 Просмотров: 643
Бөгөн Әбделмәмбәт мәктәбендә Әхмәт Сөләймәновтың иҫтәлегенә  класс сәғәттәре үткәрелде. Башҡорт теле уҡытыусыһы  Айгөл Рафаэль ҡыҙы билдәле башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре, филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев премияһы лауреаты һәм Салауат Юлаев ордены кавалерының биографияһы,  ҡаҙаныштары һәм дә музейы тураһында һөйләп үтте.  9 класс уҡыусылары  Әхмәт Сөләймәнов тураһында фильм ҡараһалар, башланғыс класс уҡыусылары  әкиәттәрен уҡынылар, башҡорт халыҡ ижады, фольклоры менән таныштылар, уйындар ҙа уйнанылар. Шулай уҡ мәктәп директоры Инсур Рәмил улы ла Ә.Сөләймәнов тураһындағы хәтирәләре менән бүлеште. Әхмәт Сөләймәнов беҙҙең күңелдәрҙә аҡ сәсле, шат йылмайып, фәһемле, төплө кәңәштәрен биреүсе олатай булып иҫтә ҡалды һәм ҡаласаҡ...