Тап 1 апрелдең Ҡоштар көнө итеп билдәләнеүе юҡтан ғына түгел
Апрель 1, 2025
Просмотров: 8
Сөнки тап ошо осорҙа йылы яҡта ҡышлаусы ҡоштар меңәр саҡрым юл үтеп, оя ҡороп йомортҡа баҫыу өсөн тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайта. Үҙебеҙҙә ҡышлағандары ла ошо мәлдә нығыраҡ әүҙемләшә. Ҡоштар өсөн апрель айы ысындан да иң яуаплы һәм мөһим ваҡыт. Яҙғы "уйындар", пар һайлау, оя ҡороу, йомортҡа һалыу, уны баҫып себеш сығарыу, сығарғас, уларҙы үҫтереү хәстәрен күрергә кәрәк. Кешеләрҙән айырмалы рәүештә, ҡоштар тәбиғәт ҡушҡан был бурысҡа бик яуаплы ҡарай, ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, хәле - мөмкинлеге еткән тиклем үҙенән һуң көслө нәҫел ҡалдырырға ынтыла. Улар кеше ярҙамына ныҡ мохтаж, сөнки уларҙы хәүеф-хәтәр һәр ерҙә һағалай. Ҡоштар тураһында күберәк мәғлүмәт еткереү, уларға ҡарата иғтибар һәм ихтирам тәрбиәләү, балаларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булдырыуҙа ошондай көндәрҙең роле ҙур.
Бөгөн Әбделмәмбәт мәктәбендә яҙғы лагерь үҙ эшен башланы. Балалар ҡоштар көнөнә ҡарата һүрәт төшөрҙө, йомаҡтар систе. Күңелле уйындар уйнаны.
Яҙғы каникул күңелле һәм мауыҡтырғыс үтһен.
Бөгөн Әбделмәмбәт мәктәбендә яҙғы лагерь үҙ эшен башланы. Балалар ҡоштар көнөнә ҡарата һүрәт төшөрҙө, йомаҡтар систе. Күңелле уйындар уйнаны.
Яҙғы каникул күңелле һәм мауыҡтырғыс үтһен.