Сибай концерт -театр берекмәһе балаларҙы «Батырлыҡ мәңге хәтерҙә» тип аталған сағыу тамашаға саҡырҙы.

Апрель 8, 2025 Просмотров: 25
Концерт һәр уҡыусыла онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Сара барышында алып барыусыларҙың биргән һорауҙарына балаларҙың ихлас яуап биреүҙәре ҡыуандырҙы. Был фекер алышыу илебеҙҙең тарихы һәм мәҙәниәтенә ҡарата яуаплы мөнәсәбәт булдырыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек булды.
Бындай саралар патриотик тәрбиәгә булышлыҡ итә һәм Ватаныбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһон нығыта, тип ышанабыҙ. Киләсәктә лә бындай осрашыуҙар тағы йышыраҡ булһын тигән теләктә ҡалабыҙ.