"Батырлыҡты данлар йырҙар бар" патриотик йырҙар конкурсы
Апрель 15, 2025
Просмотров: 164
Бөгөн район мәҙәниәт һарайында махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ Билалов Сынбулат Рафиҡ улының иҫтәлегенә бағышланған "Батырлыҡты данлар йырҙар бар" патриотик йырҙар конкурсы үтте. Беҙҙең мәктәптән "Дуҫлыҡ" һәм "Йондоҙҙар" ансамблдәре ҡатнашты. "Дуҫлыҡ" ансамбле актив ҡатнашыусы исеменә лайыҡ булһа, "Йондоҙҙар" ансамбле 2 урын яуланы. Уҡыусыларға киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ,афариндар. Ошо конкурсты ойошторған Әлфиә Нуритдин ҡыҙына һәм Рафиҡ Мазһар улына, район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ уҡыусыларҙы әҙерләп алып барыусы уҡытыусыларға ҙур рәхмәт!