Йәшәүебеҙ сығанағы булған "Ҡараташ" шишмәһе
Апрель 17, 2025
Просмотров: 130
Бөгөн 11-се класс уҡыусылары ауылыбыҙҙың йәме, йәшәүебеҙ сығанағы булған "Ҡараташ" шишмәһенә барып, уның хәл-торошон күреп ҡайтыу маҡсаты менән "Ҡараташ" буйына юл алды.
Беҙ шишмәләрҙе һаҡларға тейешбеҙ, тиҙәр улар. Эйе, тәбиғәтте һаҡлау, ҡарау, яратыу кәрәк. Шишмәләр тәбиғәттең бер мөғжизәһе бит улар.Тауҙы йә ерҙе тишеп сығып, үҙҙәренә юл табып, аға ла аға улар. Ә бит шишмәләрҙең һыуы шул тиклем таҙа була, һәр ҡайһыһы дауалау көсөнә эйә. Борон-борондан шишмә буйҙарын таҙа тотҡандар, улар тирәһенә ағастар ултыртҡандар.
11-селәр ҙә "Ҡараташ" шишмәһе, "Кәзә" ҡотоғо буйҙарын йыйылған ҡыйҙан таҙарттылар.
Үҙебеҙҙән иҫтәлек ҡалһын әле тип шишмә исемен мәңгеләштереп, тәмле, шифалы һыуын эсеп, шишмәләрҙең һыуы ҡоромаһын тип теләктәрен, рәхмәттәрен әйтеп ҡайттылар.Бергәләшеп йөрөгән Илмир Данияр улына һәм Рәхмәт Рафаэль улына ла рәхмәттәрен еткерҙеләр.
#ДелайДобро
#СделайМирЛучше