Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы

Апрель 18, 2025 Просмотров: 232
Бөгөн республикала иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе — Милли кейем көнө билдәләнә. Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора. Уҡытыусылар, уҡыусылар дәрескә милли кейемдә килделәр. Ауылыбыҙ ағинәйе Хәсибә Дауыт ҡыҙы саҡырылды. Ул байрам уңайынан уҡыусыларға милли кейем тураһында һөйләп үтте. Киләсәк быуынды тәрбиәләшеүҙә үҙ өлөшөн индереүҙә ҡатнашҡан инәйебеҙгә ижади уңыштар, һаулыҡ-сәләмәтлек теләп ҡалабыҙ.

Һәр халыҡтың үҙенә хас
Бар милли һыҙаттары,
Бар уларҙың ғөрөф- ғәҙәт,
Милли аш, мираҫтары.

Милли мираҫ иң тәүенән
Кейемдәргә төрөнгән,
Һәр милләткә лә тәғәйен
Кейеме бар кейенгән.

Милли кейем – халыҡтарҙың
Рухи билдәләнеше,
Боронғоноң һәм хәҙерҙең
Өҙөлмәҫ бәйләнеше.

Милли кейемдәребеҙгә
Бысраҡтар яғылмаһын,
Һаҡланһын да, яҡланһын да,
Хаҡһыҙҙар ҡағылмаһын.
Фәүзиә Ҡотлогилдина
#МиллиКейемдәУҡыйбыҙ
#МиллиКейемКөнө2025
#ДеньНациональногоКостюма2025
#ВсемирныйКурултайБашкир
#МиллиКейем2025
#НациональныйКостюм2025
#ҡоролтай,#курултай
#ВсемирныйКурултайБашкир