5-11 класс егеттәре бөгөн ил һағында йөрөгән "Лесник" һәм "Физрук" ағайҙары менән осрашты
Апрель 18, 2025
Просмотров: 229
5-11 класс егеттәре бөгөн ил һағында йөрөгән "Лесник" һәм "Физрук" ағайҙары менән осрашты. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр, хәҙерге армия тураһында яңылыҡтар ишетте. Аҙаҡтан Глок пистолетынан пуляһыҙ патрондар менән атып ҡаранылар. Шулай уҡ, страйк уйынында ҡулланылған пиротехник граната шартлағанын ҡарап-тыңлап, оборона тактикаһын ҡулланырға өйрәнделәр. Үҙҙәре өсөн файҙалы күп нәмә белеп таралышты буласаҡ һалдаттар. Имен-һау йөрөгөҙ һәм ҙур рәхмәт, яҡшы сара ойошторған ағайҙар!