Сәскәләр - донъя биҙәге.

Апрель 22, 2025 Просмотров: 7
Хуш еҫтәре, сағыу төҫтәре менән күңелде иркәләп, күҙҙе ҡыуандырып үҫеүсе сәскәләрҙе кем яратмай?!
Мәктәп баҡсаһы ла аллы- гөллө булып күҙ яуын алып ултырһын тигән теләктә бөгөн 3-4 - се класс ҡыҙҙары сәскә сәстеләр. Тап беҙҙең ауылдың ҡырыҫ тәбиғәтенә тап килгән ,һыуыҡҡа ла,ҡырауға ла бирешмәгән сәскәләрҙе генә һайлап сәстеләр ҙә инде. Гладиолус,лилиә, баҡса ромашкаһы, йондоҙ - сәскә.
Ә өлкәнерәк класс уҡыусылары Земфира Ғәлимйән ҡыҙының күҙәтеүе аҫтында помидорҙы күсереп ултырттылар. "Аяғың тәп- тәп итмәһә, ауыҙың сәп- сәп итмәй" тигәнде яҡшы аңлай улар. Ҡыш буйы мәктәп ашханаһы өҫтәленән файҙалы салат өҙөлмәүе лә уҡыусыларҙың хеҙмәт емеше.
#НавигаторыДетства
#Росдетцентр
#обЭкологииНД
#НавигаторыДетстваРБ