Яратҡан башҡа милләт вәкилдәре Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу сараһына ҡушылды.

Апрель 26, 2025 Просмотров: 414
Бөгөн,йәғни 26 апрель, республикабыҙҙың, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә, хатта сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ, башҡорт телен белгән, яратҡан башҡа милләт вәкилдәре Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу сараһына ҡушылды.
Мәғрифәтселек акцияһы быйыл 11-се тапҡыр үткәрелә. Йылдағыса диктант өс вариантта яҙыла: башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр, яҡшы белеүселәр һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн.
Быйылғы текст темалары Ватанды һаҡлаусыларға, Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арналған.
Беҙҙең Әбделмәмбәт урта мәктәбе лә был саранан ситтә ҡалманы. Уҡыусылар, уҡытыусылар,ата-әсәләр диктантты офлайн форматта яҙҙы, уның тексын ике йыл рәттән уҡытыусыбыҙ Ижбаева Гәүһәр Сәлихйән ҡыҙы уҡыны.
Был сара – беҙҙең туған телебеҙгә ҡарата мөнәсәбәтебеҙҙе, һөйөүебеҙҙе күрһәтеү мөмкинлеге ул.
#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант
#башдиктант2025
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам