9-сы кластар өсөн профориентация көнө үткәрелде.
Май 14, 2025
Просмотров: 5
Бөгөн беҙҙең Әбделмәмбәт урта мәктәбендә Ҡолғана,Килдеғол филиалдарының сығарылыш кластары уҡыусылары менән берлектә,9-сы кластар өсөн профориентация көнө үткәрелде.
Унда тәүҙә балалар өсөн физика фәне буйынса асыҡ дәрес булды .Уны предмет уҡытыусыһы Сәйфетдинов А.З. үткәрҙе. Артабан, директор Үтәбаев И.Р. сығарылыш уҡыусыларына тормошта нисек дөрөҫ юл һайларға кәрәклеге тураһында һөйләне,мәктәпте тамамлағас, киләсәк уңыштарҙың үҙеңде нисек тотоуҙан,ниндәй маҡсат ҡуйыуҙан тора икәнлеген аңлатып үтте.
Программаға ярашлы, мәктәп буйынса экскурсия үткәрелде,унан һуң, балалар спортзалда физкультура уҡытыусыһы Даутов Р.Р. үткәргән волейболда, "Күңелле старттар" эстафетаһында ҡатнашып,хәрәкәт итеп тә алдылар.
9-сы класс етәксеһе Ижбаева Г.С. үткәргән "Беҙ һайлаған һөнәрҙәр" тигән класс сәғәте уйын формаһында ойошторолғайны, унда балалар үҙҙәре һайлаясаҡ һөнәрҙәр тураһында фекер алыштылар,һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Ҡыпсаҡ-Килдеғол-Ҡолғана дуҫлыҡ күпере тәмле сәй табыны менән тамамланды.
Уҡыусылар бөгөн файҙалы ял итеп,үҙҙәренә кәрәкле информация алғандарҙыр тип ышанғы килә.
#Профориентация