"Һәләтле балалар - беҙҙең киләсәк 2025"

Май 15, 2025 Просмотров: 5200
Яҙҙың матур көндәренең береһендә Иҫке Собханғол мәктәбендә иң һәләтле балалар йыйылды. "Һәләтле балалар - беҙҙең киләсәк 2025" форумына килеүселәр араһында көслө спортсылар ҙа, олимпиада еңеүселәре лә бар. Шуныһы ҡыуаныслы,йыл һайын үткәрелеп килгән был форумға килеүселәр һаны арта ғына бара. "Һәләтһеҙ бала булмай" тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Тик тәбиғәттән бирелгән талантты үҫтерергә, ҙур уңыштарға өлгәшер өсөн шарттар тыуҙырырға, балаларҙы дәртләндерергә генә кәрәк!
Сараға килеүсе балаларҙың бер генә минуты ла буш үтмәне. Береһенән - береһе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс мастер -кластар үткәрелде. "Һәләтле балалар" форумының эмблемаһын һәр мәктәп уҡыусылары үҙҙәренсә һүрәтләне. Музейға ла сәйәхәт итергә өлгөрҙөләр, байрам концерты ла балаларҙың күңеленә хуш килде. Сара һуңында иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Балаларҙың күңелендә был байрам матур хәтирәләр менән оҙаҡ һаҡланыр, алдағы көндәрҙә лә яңынан - яңы үрҙәргә дәртләндерер тип ышанып ҡалабыҙ.