12-13 ғинуарҙа баш ҡалабыҙ Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте.
Январь 15, 2026
Просмотров: 27
12-13 ғинуарҙа баш ҡалабыҙ Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Бәйгелә ҡала һәм райондарҙан, шулай уҡ күрше төбәктәрҙән барлығы 372 уҡыусы көс һынашты. Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың мәҙәниәте буйынса һорауҙарға яуап бирҙе, әңгәмә ҡорҙо, текст өҫтөндә эш башҡарҙы. Беҙҙең мәктәптән Билалова Шәүрә БДПУ- ның махсус бүләгенә һәм грамотаһына лайыҡ булды. Шәүрәне ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә ижади уңыштар теләйбеҙ! Артабан да телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауҙа алдынғылар рәтендә ҡал!