ҠОШТАРҒА — ТӘМЛЕ АШХАНА!

Январь 17, 2026 Просмотров: 18
ҠОШТАРҒА — ТӘМЛЕ АШХАНА!
Ҡышҡы һыуыҡтар башланғас, беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам айырыуса кәрәк. Башланғыс класс уҡыусылары быны яҡшы аңлай: ҡоштар өсөн ҡышын һыуыҡ түгел, ә аслыҡ ҡурҡыныс.
Бөгөн балалар ҡоштар өсөн үҙенсәлекле «тәмле ашханалар» әҙерләне. Был ғәҙәти ағас йәки пластик бункерҙар түгел, ә ҡоштар өсөн тулыһынса ашарға яраҡлы файҙалы ризыҡтар!
Был үҙенсәлекле ашханаларҙы яһау өсөн балаларға төрлө ярмалар, он, һыу һәм желатин кәрәк булды. Ингредиенттарҙы ҡушып, матур формаларға һалып ҡатырҙылар һәм ағастарға элделәр. Уҡыусылар ҡоштарға ярҙам итеүҙең мөһимлеген аңлап эшкә ҙур тырышлыҡ һалдылар.
Хәҙер мәктәп тирәһендәге ағастарҙа ҡоштар өсөн туҡлыҡлы ризыҡтар әҙер.
Был ашханалар экологик яҡтан таҙа һәм ҡоштар өсөн бик файҙалы.
Балаларҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән тәмле ризыҡтары ҡоштарҙы ҡышҡы аслыҡтан ҡотҡарасаҡ.
Балаларға ошо изге эштәре өсөн рәхмәт!