1. Ученикам
  2. Новости
  3. Әбделмәмбәт мәктәбе үҙенең хаҡлы ялдағы уҡытыусыларын һәм хеҙмәткәрҙәрен "Ололар көнө" нә арналған кисә.

Әбделмәмбәт мәктәбе үҙенең хаҡлы ялдағы уҡытыусыларын һәм хеҙмәткәрҙәрен "Ололар көнө" нә арналған кисә.

Октябрь 4, 2023 Просмотров: 115
Мәктәп тормошо ҡуласа кеүек әйләнә лә әйләнә. Ул бер урында ғына туҡталып ҡалмай шул. 11-селәр урынына 1-селәр килә, ололарҙы йәштәр алыштыра... Эйе, мәктәп, ваҡыты еткәс, тәжрибәле оло уҡытыусыларҙы,техник хеҙмәткәрҙәрҙе хаҡлы ялға оҙатырға мәжбүр. Оҙатҡас та ике аралағы сылбырҙы бөтөнләй өҙөү насар күренеш булыр ине. Бына ошо быуындар сылбыры бәйләнешен тағы ла нығыраҡ бәйләү өсөн, бөгөн Әбделмәмбәт мәктәбе үҙенең хаҡлы ялдағы уҡытыусыларын һәм хеҙмәткәрҙәрен "Ололар көнө" нә арналған кисәгә саҡырҙы ла инде. Уҡыусылар үҙҙәренең иң сағыу, матур концерт номерҙарын бүләк иттеләр. Мәктәп етәкселеге ололарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерһә,ололар йәш белгестәргә уҡытыусы исеменә тап төшөрмәй, ветеран уҡытыусыларҙың бай тормош һәм эш тәжрибәһен ҡулланып, киләсәк быуынды лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләүгә бөтә көсөн һалыуҙарын теләне. Хаҡлы ялдағы уҡытыусыларыбыҙ һәм хеҙмәткәрҙәребеҙ! Һеҙгә тыныс көндәр, ныҡлы һаулыҡ, йәш күңелле булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ. Мәктәп ишектәре һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт асыҡ!