Уҡытыусылар көнөн Әбделмәмбәт мәктәбе оло уңыштар, ҙур ҡыуаныс һәм өмөт менән ҡаршылай.
Октябрь 5, 2023
Просмотров: 4693
Уҡытыусылар көнөн Әбделмәмбәт мәктәбе оло уңыштар, ҙур ҡыуаныс һәм өмөт менән ҡаршылай. Район мәҙәниәт йортонда иң изге һөнәр эйәләрен тәбрикләү тантанаһында, хаҡлы ялда булған Мәүлиҙә Зәйнулла ҡыҙы һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы Земфира Ғәлимйән ҡыҙы оҙайлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдылар. Шулай уҡ, башланғыс кластар уҡытыусыһы Дилә Камил ҡыҙы Район Советының маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Район мәғариф бүлегенең маҡтау ҡағыҙын Гөлфинә Хәйҙәр ҡыҙы алып ҡыуанды. Республика кимәлендә призерҙар әҙерләгәне өсөн Зиннур Ғүмәр улы Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән,
мәктәп директоры Инсур Рәмил улы Рәсәй Космонавтар федерацияһының "Ю. Гагарин" исемендәге миҙал һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән наградланды. Шулай уҡ, Әбделмәмбәт мәктәбе 2022-2023 уҡыу йылында иң яҡшы мәктәптәр иҫәбенә инде һәм Гагарин Кубогы исемендәге Диплом һәм бюст менән бүләкләнде.