1. Ученикам
  2. Новости
  3. Ҡолғана мәктәбендә уҡытыусы һәм остаз йылын оҙатып,Ғаилә йылын астыҡ!

Ҡолғана мәктәбендә уҡытыусы һәм остаз йылын оҙатып,Ғаилә йылын астыҡ!

Февраль 4, 2024 Просмотров: 1437
31 ғинуар мәктәптә балалар өсөн дә,уҡытыусылар өсөн дә онотолмаҫлыҡ ваҡиға булды.Сараға мәктәбебеҙҙең ветеран уҡытыусылары ла саҡырыпғайны.Сараны асып,мәктәп етәксеһе Ҡәмәр Йәғәфәр ҡыҙы Уҡытыусы һәм остаз йылына башҡарылған эштәргә баһа бирҙе һәм уҡытыусыларға маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.Профком етәксеһе Таңсулпан Әхмәй ҡыҙы юбилярҙарға һәм ветеран уҡытыусыларға рәхмәт хаты һәм бүләктәр биреп китте.
Сараның икенсе өлөшөндә ғаилә йылын асып,мәктәптә оҙаҡ йылдар бергә эшләгән Ҡәмәр һәм Сәғит Яҡуповтарҙы ҡотлап үттек.
Кисә уҡытыусылар коллективының,уҡыусыларҙың сағыу матур концерт номерҙары менән аралашып күңелле барҙы.
Эйе, уҡытыусы булыу һәр кемгә бирелмәйҙер ул. Бала ғүмеренең иң саф, иң наҙлы ғәмһеҙ мәле – бала саҡтың матур, мәктәп йылдарының ҡыҙыҡлы хәтирәләр менән үтеүе лә уҡытыусы менән бәйле. Ошо сара ла улар күңелендә ҡалыр.
Сара күңелле сәй табыны менән тамамланды.